БДУ-ның шифахана-профилакторийы

БДУ-ның шифахана-профилакторийы
БДУ-ның шифахана-профилакторийы 1979 йылдың 5 февралендә 2-се дөйөм ятаҡ базаһында асылған. Хәҙерге ваҡытта шифахана-профилакторий уң яҡтың өс ҡатын алып тора. Беренсе ҡат - дауалау кабинеттары, икенсе һәм өсөнсө ҡаттар – йәшәй торған бүлмәләр. Үҙенең ашханаһы ла бар, ул БДУ-ның студенттар ашханаһы бинаһында 2-се ҡатта урынлашҡан. Шифахана-профилакторийҙың медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса лицензияһы бар.
 
Шифахана-профилакторий 75 стационар урынға иҫәпләнгән. Йыл эсендә (15 инеү, инеүҙең дауамы - 18 көн) бында 1125 студент, аспирант, хеҙмәткәр дауалана. Ашау сығымдары көнөнә бер студентҡа 180 һум тура килә (135 һум бюджет сығымдары иҫәбенән, 45 һум-бюджеттан тыш). Дауаланыу сығымдары бер студентҡа-көнөнә 60 һум (бюджет сығымдары иҫәбенән).
 
Шифахана-профилакторийҙа студенттар һәм аспиранттарҙың дауаланыуы уҡыу һәм практиканан, ә хеҙмәткәрҙәрҙең эшенән өҙлөкһөҙ үткәрелә; дауалау-профилактик эшмәкәрлектең түбәндәге төрҙәре тәьмин ителә: терапевтик, стоматологик, физиотерапевтик, ут менән даулау, массаж.
 
Шифахана-профилакторийға түбәндәге студенттар, аспиранттар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең йүнәлеш алырға хоҡуҡтары бар:
-уҡыусы һәм эшләүсе инвалидтар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары;
-диспансер учетта тороусылар, йыш һәм оҙаҡ ауырыусылар;
-алған йәрәхәттәрҙән, операциянан, оҙаҡ ауырыуҙарҙан һуң реабилитацион дауаланыуға мохтаж булыусы студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр;
-ауыр һәм зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләүселәр;
-йөклөләр;
-йыш ҡан биреүсе донорҙар.
 
Баш табип – Кайҙашева Гүзәл Таһир ҡыҙы, терапевт. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 33.
Тел.(347) 273-67-71
 
 ШТАТ СТРУКТУРАҺЫ:
1. Баш табип – Ҡәйҙәшева Гүзәл Таһир ҡыҙы, специальносы буйынса терапевт
2. Бухгалтер
3. Медицина хеҙмәткәрҙәре:
  • врач-ординатор
  • стоматолог
  • массаж эшләү кабинетының шәфҡәт туташы
  • физиотерапия кабинетының шәфҡәт туташы
  • шәфҡәт туташы
4. Сестра-хужабикә
5. Кер йыуыусы
6. 3 ашнаҡсы; 3  ашхана эшсеһе;
7. 4 вахтер;
8. 2 санитарка, санузел таҙартыусы
 
Вазифа биләүселәр өсөн 2011 йылдың 10 майында ректор тарафынан раҫланған һәм хеҙмәткәрҙәр профкомы менән килешелгән вазифалар буйынса инструкциялар эшләнгән.
 
БДУ-НЫҢ САНАТОРИЙ-ПРОФИЛАКТОРИЙЫНА
2011 ЙЫЛДЫҢ ТӘҮГЕ ЯРТЫҺЫНА ЗАЕЗД ГРАФИГЫ
 
ЗАЕЗД
ЗАЕЗД БАШЛАНЫУ ВАҠЫТЫ
ЗАЕЗД ТАМАМЛАНЫУ ВАҠЫТЫ
I
11 ғинуар
28 ғинуар
II
29 ғинуар
15 февраль
III
16 февраль
5 март
IV
9 март
26 март
V
28 март
14 апрель
VI
15 апрель
2 май
VII
3 май
20 май
VIII
23 май
09 июнь
IX
10 июнь
27 июнь