БДУ-ның Нефтекама филиалы

1-се уҡыу корпусы: БР, Нефтекама ҡалаһы, Тракт урамы, 1
Тел.: (34783) 2-17-10, 2-35-80
2-се уҡыу корпусы: БР, Нефтекама ҡалаһы, Социалистик урам, 65
Тел.: (34783) 5-22-05
3-сө уҡыу корпусы: БР, Нефтекама ҡалаһы, Комсомол урамы, 19
Тел.: (34783) 4-36-58
 
Официаль сайты: www.nfbgu.ru
 
Филиалдың директоры – Вәлитов Октябрь Кәли улы, философия фәндәре докторы, профессор
 
БДУ-ның Нефтекама филиалы 2000 йылда асыла. Нефтекама ҡалаһында филиал асыу республиканың төньяҡ-көнбайыш регионында халыҡ хужалығында эшләү өсөн юғары белемле специалистар кәрәклеге менән аңлатыла.
 
Студенттарҙы уҡытыу ике факультетта алып барыла: экономика-математика факультеты һәм гуманитар факультет.
 
Экономика-математика факультеты составында математик моделләү, финанс менеджменты, экономик теория һәм анализ кафедралары эшләй.
 
Гуманитар факультетта рус филологияһы, башҡорт филологияһы, граждандар хоҡуғы, дәүләт хоҡуғы, тарих, дәүләт тарихы һәм хоҡуғы, сит телдәр кафедралары эшләй.
 
Белгестәр түбәндәге специальностар буйынса әҙерләнә: 080105.65 – «Финанстар һәм кредит», 010501.65 – “Ғәмәли математика һәм информатика”, 210100.62 – “Телекоммуникациялар”, 030401.65 – “Тарих”, 031001.65 – “Филология”, 030501.65 – “Юриспруденция”.
 
Филиалда 133 уҡытыусы эшләй, шуларҙың 60 процентынан күберәге ғилми дәрәжәле. Көндөҙгө уҡыу бүлегендә – 1581, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 1494 студент уҡый.
 
Уҡыу йортонда сифатлы белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: филиалдың материаль-техник базаһы бик көслө, бында 4 корпус бар: шуларҙың 3-һө – уҡыу корпусы, спорт залдары, тренажер залдары менән спорт майҙаны булған уҡыу-спорт комплексы; редакция-нәшер итеү бүлеге, медицина пункты, ашхана, буфеттар эшләй.
 
Филиалдың төп байлыҡтарының береһе – дүрт уҡыу залы менән 110 меңдән ашыу китап фонды иҫәпләнгән китапхана. Залдарҙың береһе – электрон уҡыу залы. Фондтың 70 процентын уҡыу әсбаптары тәшкил итә. Йыл һайын китапхана 7-8 мең дана уҡыу баҫмалары менән тулыландырыла, уларҙың 95 проценты – Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы нәшриәттәренең өр-яңы баҫмалары. Китапхана менән ҡулланыусыларға Нефтекама филиалының электрон каталогы, “Консультант Плюс” белешмә-хоҡуҡ системаһы, Интернет, электрон баҫмалар фонды, электрон китапхана кеүек информация ресурстары тәҡдим ителә.
 
Информацион технологияларҙың материаль-техник базаһы һуңғы йылдарҙа айырыуса үҫте. Мультимедия ҡоролмалы, шул иҫәптән интерактив таҡталы 10 аудитория йыһазландырылды. Методик кабинеттар плазмалы телевизорҙар һәм башҡа компьютер техникаһы менән тәьмин ителгән. Хәҙерге ваҡытта филиалда 300-ҙән ашыу компьютер иҫәпләнә, шуларҙың 140-тан күберәге 10 компьютер класында урынлаштырылған. Бында студенттар уҡыуҙан буш ваҡыттарында тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә.
 
Уртаса алғанда, көндөҙгө бүлектә уҡыған 7 студентҡа 1 компьютер тура килә. Бөтә компьютерҙар ҙа Интернет селтәренә һәм филиалдың информация ресурстарына сығыу мөмкинлегенә эйә булған селтәргә тоташтырылған. Филиалдың төп корпусында Wi-Fi (Интернет селтәренә тоташтырыусы сымдарһыҙ инеү) нөктәләре урынлаштырылған.