Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнология кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире – тарих фәндәре докторы, профессор Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов.
 
Кафедра 1991 йылдың 26 авгусында ойошторола. Башҡортостан Республикаһы тарихы тарих, математика, физика, биология, химия, химия-технология, иҡтисад, филология, философия һәм социология, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеттарында уҡытыла.
Уҡыу-уҡытыу эштәренең төп йүнәлештәре:
1.    Башҡортостан Республикаһы тарихы.
2.    Этнология.
Кафедраның ғилми эҙләнеүҙәренең төп йүнәлештәре булып Башҡортостан Республикаһы тарихының һәм этнографияның мөһим проблемаларын тикшереү тора. Кафедра ағзалары халыҡ-ара, Рәсәй һәм региональ конференцияларҙа актив ҡатнаша. Ғалимдар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Нальчикта, Ижевскта, Чебоксарҙа, Ырымбурҙа, Омскта, Өфөлә һ.б. ҡалаларҙа докладтар менән сығыш яһай.
 
Кафедра Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығына мәктәптәр өсөн дәреслектәр сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Профессор М.М.Ҡолшәрипов 10 кластар өсөн “Башҡортостан тарихы. ХХ быуат” (Өфө, 2000) дәреслеген яҙҙы. Дәреслек 2001 һәм 2002 йылдарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә яңынан нәшер ителде.
 
Кафедра уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәре сығарыуға ҙур иғтибар бүлә. 1997 йылда кафедра коллективы Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитеты грифы менән республика вуздары студенттары өсөн “Башҡортостан тарихы (1917-1990-сы йй.)” дәреслеген сығарҙы. Университетта үткәрелгән “Башҡорт дәүләт университетының иң яҡшы баҫмалары” (1997-1998) конкурсында дәреслеккә беренсе дәрәжәләге премия бирелде.
 
Кафедрала аспирантура һәм докторантура эшләй. Уларҙы тамамлаусыларҙың күбеһе, кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлап, вуздарҙа, РФА ӨҒҮ институттарында уңышлы эшләйҙәр.
 
Кафедрала студенттарҙың өс фәнни түңәрәге эшләй: “Этнография” (ғилми етәксеһе М.Н.Сөләймәнова), “Башҡортостан тарихы” (доц. Н.М.Ҡалмантаев, асп. Н.Илешева), “Рух” (асс. Р.Р.Ғәзизов, асп.А.С.Хөсәйенов). Студенттар түңәрәктәрҙә ғилми-тикшеренеү эштәренә өйрәнә, докладтар, сығыштар һәм рефераттар әҙерләй. Түңәрәк ағзалары төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. Студенттарҙың иң яҡшы фәнни эштәре йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа баҫтырыла.
 
Кафедра эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып яңы заман талаптарына һәм тарих фәне ҡаҙаныштарына ярашлы проблемалы лекцияларҙы камиллаштырыу һәм тәрәнәйтеү, тейешле методик һәм фәнни кимәлдә практик дәрестәрҙе үткәреү, студенттарҙың үҙ аллы эшен ойоштороу, студенттарҙа тарихи дисциплиналарҙы һәм фәнни-тикшеренеү эштәрен үҙләштереү  һәләттәрен булдырыу тора.
 
Кафедрала Башҡортостан тарихының һәм этнографияһының мөһим проблемалары буйынса лекциялар һәм махсус курстар уҡыла:
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дини ышаныуҙары” (М.Н.Сөләймәнова), “Башҡортостан халҡының домонотеистик ышаныуҙары һәм йолалары” (М.Н.Сөләймәнова), “ХХ быуат башында Башҡортостанда аграр мәсьәлә” (Н.М.Ҡалмантаев), “1905-1907 йылдарҙағы Рәсәй революцияһы шарттарында Башҡортостан” (Н.М.Ҡалмантаев), “БАССР мәғарифы” (М.М.Ҡолшәрипов), “Башҡорт милли хәрәкәте (1917-1921 йй.)” (М.М.Ҡолшәрипов).
 
Ҙур фәнни ҡаҙаныштарҙың береһе булып “Боронғо осорҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем Башҡортостан тарихы. Т.2. ХХ б.” коллектив монографияһы тора. 1-се бүлектең авторы – тарих фәндәре кандидаты, доцент Н.М.Ҡалмантаев, 2-се һәм 9-сы бүлектәрҙең авторы – тарих фәндәре докторы, профессор М.М.Ҡолшәрипов.
 
Студенттарға курс һәм диплом эштәрен башҡарыуҙа “Башҡорт милли хәрәкәте (1917-1921 йй.)” (М.М.Ҡолшәрипов), “Һуңғы йылдарҙа тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәрендә Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы проблемалары” (М.Н.Сөләймәнова), “1905-1907 йылдарҙағы Рәсәй революцияһы шарттарында Башҡортостан” (Н.М.Ҡалмантаев) махсус курстары ярҙам итә.
 
Кафедра ағзалары “Башҡорт халҡы тарихы” күптомлығының бүлектәрен яҙыуҙа ла ҡатнаша.