Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире в.б. – Янбаев Илшат Камил улы, филология фәндәре кандидаты, доцент.

 
Ҡыҫҡаса тарихи белешмә: университеттың үҙ аллы уҡыу-уҡытыу берәмеге булараҡ башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы 1957 йылдан бирле эшләп килә. Әммә тамырҙары менән уның тарихы үткән быуаттың баштарына барып ялғана (“Ғәлиә” мәҙрәсәһе, Өфө практик мәғариф институты, К.А. Тимирязев ис. БДПИ). 1930 йылдың октябрендә пединститутта яңы берәмектәр, шул иҫәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, барлыҡҡа килә.
 
50-60-сы йылдарҙа кафедрала Ә.Чаныш кеүек яҙыусылар, Б.Мәғәсүмова, М.Минһажетдинов, Ә.Вахитов кеүек әҙәбиәт ғилеме белгестәре эшләй. Был йылдарҙа кафедра менән талантлы фән һәм уҡыу процесы ойоштороусыһы доцент Х.Зиннәтуллина етәкселек итә. 60-сы йылдар уртаһынан 80-се йылдар башына тиклем күренекле яҙыусы, профессор Ә.Н.Кирәев (Кирәй Мәргән) кафедра мөдире булып эшләй. Уның тарафынан башҡорт фольклористикаһы һәм әҙәбиәт ғилеменә арналған 300 самаһы ғилми хеҙмәт яҙыла, башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һ.б. телдәрҙә 50 художестволы китап баҫтырыла. 1982 йылдан 2010 йылдың апрель айына саҡлы кафедра менән филология фәндәре докторы, профессор, БР ФА-ның ағза-корреспонденты Р.Байымов етәкселек итте.
 
Кафедра республиканың ғилми һәм әҙәби-ижади потенциалы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Әле 30-сы йылдар башында уҡ кафедра янында “Шоңҡар” исемле әҙәби түңәрәк ойошторола. Әҙәби кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн һәм ойошторолоуына 50 йыл тулыу айҡанлы студент йәштәрҙең “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһе БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә (1984). 30-сы йылдар аҙағында шоңҡарсылар сафында Башҡортостандың Халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин һәм СССР, РСФСР, БАССР-ҙың Дәүләт премиялары лауреаты Мостай Кәрим тәрбиәләнде, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов белем алды.
 
Ғилми-тикшеренеү эшенең төп йүнәлештәре. Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәре түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла: 1. Башҡорт әҙәбиәтенең боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгө көнгә тиклемге үҫеш тарихы һәм теорияһы. 2. Шәреҡ халыҡтары әҙәбиәттәренең үҙ-ара бәйләнеше һәм йоғонтоһо. 3. Европа мәҙәни системаһында башҡорт әҙәбиәте.
 
Профессор Р.Н.Байымов тарафынан был йүнәлештә бер нисә уҡыу ҡулланмаһы һәм дәреслектәр яҙылды: «Восточная   литература. Материалы   по   истории   индийской,   иранской,   арабской   литератур   с древнейших времен до середины XVII века» (165 б.); «Литература   Востока» (324 б.); «Великие лики и литературные памятники Востока» (Өфө: «Ғилем», 2005, 495 б.).
 
Бөгөн кафедрала 1 филология фәндәре докторы, профессор (Шәрипова З.Я.), 1 филология фәндәре докторы, доцент (Гәрәева Г.Н.), 4 филология фәндәре кандидаты, доцент (Әлибаев З.А., Мостафина Р.Д., Сибәғәтов Ф.Ш., Янбаев И.К.) һәм 1 өлкән уҡытыусы (Сәфиуллин А.Н.) эшләй. Бер нисә уҡытыусы юғары исемдәргә һәм дәүләт наградаларына лайыҡ булды: З.Шәрипова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Г.Гәрәева – Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, З.Әлибаев – Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
 
Кафедра янында башҡорт әҙәбиәте, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәттәре буйынса аспирантура һәм докторонтура уңышлы эшләп килә. Кафедра Яҡут-Саха, Бүрәт, Тыва, Хаҡас республикалары һ.б. төбәк ғилми-тикшеренеү үҙәктәре, вуздары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, юғары квалификациялы кадрҙар – фән докторҙары һәм кандидаттары әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
 
Авторҙаш һәм мөхәрририәт ағзаһы сифатында кафедра уҡытыусылары 6 томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте таприхы”н яҙыуҙа (1991-1996), ҡыҫҡаса һәм күп томлы “Башҡортостан энциклопедияһы”н әҙерләүҙә актив ҡатнашты. Һуңғы ун йыллыҡтар эсендә кафедра ағзалары тарафынан байтаҡ ғилми монографиялар, вуз һәм мәктәп дәреслектәре, уҡыу әсбаптары яҙылды, ғилми-популяр китаптар сығарылды.
 
Уҡыу-уҡытыу эшенең төп йүнәлештәре. Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы уҡытыусылары факультеттың көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге фундаменталь курстарҙы алып бара: “Башҡорт фольклоры” (өл. уҡ. Сәфиуллин А.Н.), “ХХ быуат башы-20-се йылдар башҡорт әҙәбиәте” (доц. Гәрәева Г.Н., Янбаев И.К., Сибәғәтов Ф.Ш.), “30-сы йылдар башҡорт әҙәбиәте” (проф. Шәрипова З.Я., доц. Гәрәева Г.Н., Мостафина Р.Д.), “40-50-се йылдар башҡорт әҙәбиәте” (доц. Янбаев И.К., Мостафина Р.Д., өл. уҡ. Сәфиуллин А.Н.), “60-70-се йылдар башҡорт әҙәбиәте” (доц. Сибәғәтов Ф.Ш.), “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте” (доц. Әлибаев З.А.), “Башҡорт әҙәби тәнҡите тарихы” (доц. Мостафина Р.Д.), “Әҙәбиәт ғилеменә инеш” (доц. Гәрәева Г.Н., Әлибаев З.А.), “Әҙәбиәт теорияһы” (проф. Шәрипова З.Я., доц. Әлибаев З.А.), “Шәреҡ әҙәбиәте” (доц. Сибәғәтов Ф.Ш., Янбаев И.К.), шулай уҡ филология факультетында “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” курсы (доц. Янбаев И.К.). Факультеттың бөтә бүлектәрендә лә кафедра уҡытыусылары әҙәбиәт буйынса махсус курстар уҡый. 2002 йылда коллектив юғары уҡыу йорттары өсөн “ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте” (30 т.б.) дәреслеген әҙерләп баҫтырҙы. Бөгөнгө көндә авторҙар коллективы тағы ла бер мөһим хеҙмәт – “Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт художестволы фекере эволюцияһы” дәреслеген төҙөү өҫтөндә эшләй.