28.10.2011- Ҡотлайбыҙ!

Гуманитар дисциплиналар кафедраһы мөдире, доцент Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙын тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен алыуы менән ҡотлайбыҙ. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: “Историко-культурные центры как форма оптимизации этнической идентичности и межэтнических коммуникаций в Республике Башкортостан”. Яҡлау 07.00.07 – этнография, этнология, антропология специальносы буйынса 2010 йылдың 20 декабрендә үтте. Ғилми консультанты - тарих фәндәре докторы, профессор Владимир Емельянович Владыкин.