19.11.2011 - Башҡорт дәүләт университетында Асыҡ ишектәр көнө!

2011 йылдың 19 ноябрендә “Башҡорт дәүләт университеты дуҫтарын йыя” сараһы рамкаһында администрация һәм   Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының студенттары буласаҡ абитуриенттар менән осрашты.
Беҙҙең студенттар, уҡытыусылар менән бер рәттән Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының презентацияһын күрһәттеләр, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең һорауҙарына актив яуап бирҙеләр.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө конкурстарҙа ярыштылар һәм бүләктәр алдылар.
Благовещен ҡалаһынан килгән уҡыусы, БДУ студенттары менән танышыу мөмкинлегенән тыш, һәйбәт приз – Башҡортостандың тау саңғыһы курортына сертификат отоп алды.