10.11.2011 - «Ҡала мөхите» фестивале: «Ҡала мөхите картаһы» фотопроекты!

Фестивалдең ойошторма комитеты Өфө халҡын «Ҡала мөхите картаһы» фотопроектында ҡатнашырға саҡырып мөрәжәғәт итә.
«Ҡала мөхите картаһы» - Өфөлә социаль рекламаның барлығы менән уның сифатының дөйөм картинаһын булдырыу проект-мониторигыһы ул.
Проекттың идеяһы бик ябай: әгәр ҙә һеҙ ҡалала ниндәй генә булһа ла социаль реклама күрәһегеҙ икән, фотоһүрәткә төшөрәһегеҙ һәм Фестивалдең info@gorsreda.ru рәсми почтаһына ебәрәһегеҙ. Шулай итеп, ойоштороусыларҙың Өфөләге социаль рекламаның үҫеүен баһалау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Булған рекламалар еңеүселәрҙең эштәренә алыштырыласыҡ һәм улар киң информация сараларында яҡтыртыласаҡ.
Фотографиялар gorsreda.ru рәсми сайтына һалынасаҡ.
Иң актив ҡатнашыусылар дәртләндереү приздары менән бүләкләнә. Фотографиялар информация баҫылып сығыу моментынан 24 ноябргә тиклем info@gorsreda.ru ҡабул ителә.