07.12.2011 «Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһы – уҡырға бер ҡасан да һуң түгел!

2011 йылдың 7 декабрендә Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһында «Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә өлкән йәштәгеләрҙе уҡытыу буйынса дәрестәр тамамланды. 2011 йылдың октябренән декабренә тиклем 140 кеше унда дәрестәр тыңланылар.
Өлкән йәштәге кешеләрҙең тормошоноң сифатын һәм кимәлен күтәреү; өлкәндәргә үҙ алдына белем алыу һәм үҙҙәрен камиллаштырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу; өлкән йәштәге кешеләрҙең актив йәшәү рәүешен оҙайтыу өсөн, уларға йәмғиәт тормошонда тулы ҡатнашырға шарттар тыуҙырыу; яңы белем биреү; өлкәндәрҙең физик әүҙемлеген һәм һаулығын нығытыуҙа булышлыҡ итеү; өлкән йәштәге кешеләр өсөн аралашыу мөхитен тыуҙырыу – программаның төп маҡсаты. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн түбәндәге бурыстар үтәлә: оло йәштәге кешеләр хәҙерге йәмғиәткә яраҡлашһын өсөн шарттар тыуҙырырға; тормош тәжрибәһен туплаған өлкәндәрҙең потенциалдарын тулыһынса ҡулланырға.
Уҡытыу өс дисциплина буйынса барҙы: “Инглиз теленә өйрәтеү”, “Компьютер грамоталылыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү”, “Ғаилә психологияһының нигеҙҙәренә эйә булыу”.  Дәрестәрҙе юғары квалификациялы белгестәр алып барҙы – филология фәндәре кандидаты, гуманитар дисциплиналар кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Ф.Р. Фәтҡуллина, техник фәндәр кандидаты, дәүләт һәм муниципаль идаралығы кафедраһы доценты Р.С. Шатдинов, психология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Е.С. Понькина.
Пенсионерҙар ҙур ҡәнәғәт менән дәрестәргә йөрөнөләр, сөнки был программа, ысынлап та, яңы белем алырға, оҫталыҡ тупларға ярҙам итә. “Хәҙер беҙ балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән телефон аша ғына түгел, ә электрон почта һәм скайп аша ла аралашасаҡбыҙ, был бик ҡыҙыҡлы, шулай уҡ арзан да буласаҡ”- тиҙәр улар.