01.11. 2011 - Сәләмәт йәшәү рәүеше!

2011 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының студенттары менән Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы һәм “Эскелеккә һәм наркоманияға – юҡ” коммерцияға ҡарамаған фонды вәкилдәренең осрашыуы булды.
Был сара наркотиктарҙың әйләнеше сфераһында тәртип боҙоуҙы киҫәтеүгә һәм профилактика үткәреүгә арналды.
Әңгәмә барышында видеофильм күрһәтелде, уны ҡарап бөткәс, студенттар тарафынан ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде.