Аспиранттарға

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 

1. Аспирантурала уҡыу:
көндөҙгө бүлектә 3 йыл,
ситтән тороп уҡыу бүлегендә – 4 йыл
 
2. Аспирантураға ҡабул итеү имтихандары 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем үткәрелә.
Аспирантураға инеүселәр түбәндәге имтихандар тапшыра:
- махсус дисцплина;
- философия;
- сит тел (инглиз, немец, француз телдәре).
 
Кандидатлыҡ имтихандарын тулыһынса йәки өлөшләтә тапшырғандар был имтихандарҙан азат ителә.
Сит телдән сығарылыш магистр имтихандары аспирантураға имтихан итеп иҫәпләнә.
Аспирантураға тапшырылған имтихандар бер йыл ғәмәлгә яраҡлы иҫәпләнә.
 
3. Аспирантураға ҡабул итеү 15 октябрҙән 31 октябргә тиклем.
4. Килешеү нигеҙендә аспирантураға ҡабул итеү шул уҡ шарттарҙа үткәрелә. Бындай аспиранттар ҡабул итеү һәм кандидатлыҡ имтихандарын ыңғай баһаға тапшырған шарттарҙа алына.