1917 йылға тиклемге әҙәбиәт кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире: 

Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафин, филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара Төркиәт академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүенең почетлы хеҙмәткәре, Й.Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
 
450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 424-се каб.
Телефон номеры:  8(347) 273-24-68
 
Ҡыҫҡаса тарихи белешмә.
 
1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһы үҙ аллы ғилми һәм уҡыу-уҡытыу берәмеге булараҡ 2000 йылдың июленән эшләй башлай. Уны ойоштороу инициаторы проф. Ғ.С.Ҡунафин була.
 
Кафедра коллективы боронғо дәүерҙәрҙән алып 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм теорияһы, көнсығыш һәм башҡорт әҙәбиәттәре, фольклоры бәйләнештәре, текстология мәсьәләләрен, башҡорт һүҙ сәнғәтенең төрлө формаларының (фольклор, ауыҙ-тел, яҙма әҙәбиәт) барлыҡҡа килеүе, үҫеше кеүек мәсьәләләрҙе өйрәнә. Әҙәбиәттә һәр төрлө ижад методтарының, әҙәби төрҙәренең, жанрҙар системаларының, стиль ағымдарының барлыҡҡа килеүе һәм үҫешен тикшереүгә етди иғтибар бүленә.
 
Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы мәсьәләләрен, күренекле әҙиптәрҙең тормошон һәм ижадын монографик планда өйрәнеү, ҡулъяҙма һәм иҫке баҫмаларҙағы әҙәби материалдарҙы йыйыу, уларҙы текстологик эшкәртеү, системалаштырыу, ғилми әйләнешкә индереп ебәреү, боронғо осорҙан алып 1917 йылға тиклемге Башҡортостандағы әҙәби-мәҙәни тормоштоң хроникаһын төҙөү, шулай уҡ кафедраның фәнни һәм фәнни-методик бурысы булып тора.
 
Хәҙерге көндә кафедрала ике филология фәндәре докторы, профессор (Ғ. С. Ҡунафин, М. Х. Иҙелбаев), өс фән кандидаты, доцент (З.Ғ.Мырҙағолова, Н.Д.Исҡужина, Ф.Р.Салауатова) эшләй.
 
Уҡытыусылар коллективының юғары фәнни-педагогик кимәле тураһында түбәндәге факттар иҫбатлай: бер уҡытыусы Халыҡ-ара Төркиәт академияһы академигы, ике уҡытыусы “БР атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “БР атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, “РФ юғары профессиональ белем биреүенең почетлы хеҙмәткәре” юғары исемдәренә лайыҡ. Профессорҙар Ғ.С.Ҡунафин һәм М.Х.Иҙелбаев РФ һәм РБ Яҙыусылар союзы ағзаһы. 
 
 Кафедрала башҡорт әҙәбиәте буйынса аспирантура һәм докторантура эшләй. Кафедраның ике уҡытыусыһы Докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың ағзаһы булып тора.
 
Кафедраның айырым уҡытыусылары 6 томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихын” төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты, юғары уҡыу йорто студенттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар авторҙары һәм авторҙаштары булып тора.
 
Юғары уҡыу йортона ҡараған тармаҡтарҙың методик һәм фәнни-тикшеренеү һәләтенең сағыу күрһәткесе булып вуздар-ара фәнни мәҡәләләр йыйынтығын төҙөп, баҫтырып сығарыу эше тора. 2001 йылдан алып кафедрала “Әҙәби мираҫ. Фольклор. Текстология” тип аталған вуздар-ара фәнни йыйынтыҡ даими сығарыла. Ул Рәсәйҙә, Башҡортостанда филология, философия, тарих фәндәре өлкәһендә эшләгән ғалимдар араһында популярлыҡ яуланы. 2001-2009 йылдар эсендә 4 йыйынтыҡ донъя күреп өлгөрҙө, ғилми йыйынтыҡтың һуңғы йылдарҙа дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе күҙәтелә.
 
Уҡыу-уҡытыу эшенең төп йүнәлештәре.
 
Ғилми, ғилми-методик тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләре уҡыу-уҡытыу процесында түбәндәге төп курстарҙа уңышлы ҡулланыла: “Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте” (ф.ф.к. З.Ғ.Мырҙағолова), “Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте” (ф.ф.д., проф. М.Х.Иҙелбаев), “XIX быуат башҡорт әҙәбиәте” (ф.ф.д., проф. Ғ.С.Ҡунафин), “ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәте” (ф.ф.к., доц. Ф.Р.Салауатова), “Текстология
нигеҙҙәре” (ф.ф.к., доц. З.Ғ.Мырҙағолова), “Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” (ф.ф.д., проф. М.Х.Иҙелбаев, ф.ф.к., доц. Н.Д.Исҡужина), “Боронғо осорҙарҙан алып 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте” (журналистика бүлегендә доц. Н.Д.Исҡужина), “БДБ илдәре әҙәбиәте тарихы” (ф.ф.к., доц. Ф.Р. Салауатова). Хәҙерге ваҡытта кафедрала үрҙә аталған төп дисциплиналар буйынса хрестоматиялар һәм дәреслектәр төҙөү эше йәнләндерелгән.
 
Кафедра ағзалары махсус курстар уҡый. Яңы махсус курстар эшләү, шулай уҡ, төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
 
Кафедраға беркетелгән төп курстар һәм махсус курстар программалар, методик ҡулланмалар менән тәьмин ителгән.
 
Кафедрала аспирантура аша белгестәр әҙерләү эше лә яйға һалынған.